Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Путинға ярҙам итеү ниәте менән Өфөлә митинг-концерт үтәсәк

Сәйәсәт

Өфөлә 4 февралдә «Тиҙҙән яҙ!» митинг-концерты үтәсәк. Уны Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда Башҡортостан Республикаһының Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса халыҡ штабы үткәрә. Сара 13 сәғәттә башлана.

— Бындай сараны үткәреү идеяһын «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәштәр союзы тәҡдим итте, — тип комментарий бирҙе «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса халыҡ штабы етәксеһе Альберт Мифтахов. – Беҙ был тәҡдимде хупланыҡ һәм халыҡ штабы көсө менән байрам ойошторорға булдыҡ. Сатлама һыуыҡтарға ҡарамаҫтан, йәштәргә күңелле булһын өсөн тырыштыҡ. Күп төрлө популяр башҡарыусылар саҡырҙыҡ.

Митинг-концертта ике-өс меңдән дә кәм булмаған кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Байрам программаһында «Ноу Хау» барабансылар шоуы, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнөң сығышы, «Top Secret» командаһының брейк-данс бейеүе ҡаралған. Шулай уҡ сарала Dj Чекист, пародиясы Александр Чистяков, «Дан минуты» («Минута славы») телетапшырыуы финалында еңеүсе Константин Наумов ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть