9 декабрь, Йома

03 февраль 2012 йыл, 13:41

Баш ҡалала сираттағы вакансиялар йәрминкәһе үтте

автор: Галина Бахшиева

Ҡаты һыуыҡтар арҡаһында Өфөлә үткән сираттағы вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнашыусылар һәм сараға килеүселәр һаны әҙ булды. Ул коммуналь, социаль һәм шәхси хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмалар өсөн үткәрелде.

— Сатлама һыуыҡтар тороу сәбәпле вакансиялар йәрминкәһенә ни бары 300 кеше килде. Был ғәҙәттәгенән кәм тигәндә ике тапҡырға әҙерәк. Эш тәҡдим итеүселәр ҙә әҙ булды – йәмғеһе 11 ойошма. 40-ҡа яҡын эш эҙләүсе улар менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты, 27 кеше эшкә саҡырыу алды. Йәрминкәлә менеджер, һатыусы, агент-консультант, төҙөүсе һәм машина йөрөтөүсе вакансиялары тәҡдим ителде, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Ирина Турчина.