9 декабрь, Йома

03 февраль 2012 йыл, 13:26

Өфөнөң вакансиялар банкында 12200 эш урыны күрһәтелгән

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң вакансиялар банкында бөгөн 12200-ҙән ашыу буш эш урыны иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе — анығыраҡ әйткәндә 10 меңдән ашыуы — эшсе һөнәрҙәре.  

— Йола буйынса мәшғүллек хеҙмәтенә эш биреүселәр мнән тәҡдим ителгән вакансияларҙың күбеһе эшсе һөнәрҙәренә тура килә. Ҡағиҙә булараҡ, был күрһәткес 75–80 процентты тәшкил итә. Эш биреүселәр тарафынан тәҡдим ителгән вакансияларҙың ни бары 20 проценты ғына хеҙмәткәрҙәр һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәргә тура килә. Беҙҙең банкта күрһәтелгән 12200-ҙән ашыу вакансияның 11500-ө билдәләнгән минималь йәшәү минимумынан күберәк хеҙмәт хаҡы түләүҙе күҙ уңында тота, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы әле 5861 һум күләмендә билдәләнгән.