8 декабрь, Кесе йома

03 февраль 2012 йыл, 13:24

Өфөлә ҡарауһыҙ балаларға бағышланған «Артыҡтар» күргәҙмәһе асылды

автор: Резеда Вәлиева

Н.Лотфуллин исемендәге Башҡортостандың Хәҙерге заман сәнғәте музейында Киевтың билдәле фотографы Александр Гляделовтың «Артыҡтар» («Лишние») күргәҙмәһе асылды.

«Артыҡтар» — документаль проект, уның өҫтөндә автор бына инде 20 йыл дауамында эшләй. Был ваҡыт эсендә Александр Гляделов урам балалары психологияһы өлкәһендә билдәле эксперт булып танылды. Өфөләге күргәҙмәһе – проекттың бер өлөшө, яҙмыш ҡосағына ташланған балалар тормошо тураһында һөйләүсе 50 фотоһүрәт.

Экспозицияны ҡабул итеү ауыр, ул кеше хәлен аңлай белеүҙе, анализлауҙы һәм проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе талап итә. Александр Гляделов алымы – уның геройҙарын йәлләү һәм улар менән бергә булыу.

Күргәҙмәгә эш көндәрендә, 12-19 сәғәттәрҙә барырға була.