Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикалағы алты ҡаланың халҡы артҡан

Иҡтисад

2011 йылда республика статистиктары Өфө, Ағиҙел, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында халыҡтың тәбиғи артыуын теркәгән. 15 муниципаль райондың да халҡы артҡан. Был туранан-тура төбәктәге демографик хәлдең яҡшырыуына бәйләнгән. Үрҙә күрһәтелгән ҡала округтарында тыуым артыуы билдәле. Демографик хәл республикала Асҡын, Ауырғазы, Балаҡатай, Йәрмәкәй, Ишембай, Мишкә, Шаран райондары халҡы иҫәбенә лә әүҙем яҡшыра.

Дөйөм алғанда, рәсми статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда йыл йомғаҡтары буйынса халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә. Уның күләме, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 1,4 мең самаһы кешегә тиң. Өсөнсө йыл рәттән яңы тыуған сабыйҙар иҫәбе үлгәндәрҙән күберәк булып ҡала. Рәсәй буйынса иһә дөйөм алғанда халыҡтың тәбиғи кәмеүе күҙәтелә (ғинуар-ноябрҙә – 130 мең самаһы кеше).

Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, 2011 йылда республикала 55800 сабый тыуған, йәғни 1000 кешегә иҫәптә 13,7 кеше. Тыуғандарҙың иҫәбе үлгәндәрҙән 2,5 процентҡа күберәк. 2011 йылда тыуым кимәле 2009 йыл кимәленә ҡарағанда бер аҙға ғына күберәк булһа, 2010 йылға ҡарата ул 2,3 процентҡа кәмерәк тип табылған. Үлем күрһәткестәре 2010 йылдағынан айырылмай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть