3 декабрь, Шәмбе

03 февраль 2012 йыл, 12:26

Рәсәй ислам университеты ғилми йыйынтыҡ баҫтырып сығарасаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты быйыл «Белем емештәре. Рәсәй ислам университетының ғилми-методологик альманахы» фәнни мәҡәләләр йыйынтығын сығарырға планлаштыра. Бының өсөн ислам уҡыу йорто авторҙарҙы саҡыра.

Ғилми-тикшеренеү мәҡәләләре киләһе йүнәлештәр буйынса ҡабул ителә: «Мосолман мәғарифы: тарих, педагогика, методика», «Рәсәйҙә һәм донъяла Ислам дине тарихы», «Шәриғәт һәм фикх мәсьәләләре: тарихы һәм бөгөнгөһө», «Ғәрәп фәне: теория, практика, методика», «Ҡөрьәнде, хәҙистәрҙе, дөйөм сығанаҡтарҙы өйрәнеү һәм текстология».

Рәсәй ислам университетынан хәбәр итеүҙәренсә, проблематика буйынса өҫтәмә тәҡдимдәр ҙә ҡабул ителә. Тик уларҙың актуаль булыуы зарур.

Эштәрҙе баҫтырып сығарыу өсөн заявкалар 15 февралгә тиклем ҡабул ителә. Йыйынтыҡты әҙерләүҙә ҡатнашыуға ғилми дәрәжәһе булған уҡытыусылар һәм ғилми хеҙмәткәрҙәр саҡырыла.

Ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы һәм 10 биттән дә артыҡ булмаған мәҡәлә текстарын 29 февралгә тиклем riu-ufa@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Бәйләнеш өсөн телефон: (347) 251-97-87.