9 декабрь, Йома

03 февраль 2012 йыл, 12:07

Сергей Афонин: «Торлаҡты арзанайтыу өсөн күберәк төҙөргә кәрәк»

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

— Торлаҡ арзаныраҡ булһын өсөн күберәк төҙөргә кәрәк, — тине «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында үткән онлайн-конференцияла Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин. – Тап шул саҡта хаҡтарҙың төшөүе ихтимал.

Вице-премьерҙың әйтеүенсә, бының өсөн инженерлыҡ коммуникацияларына, территорияларҙы комплекслы үҙләштереү өсөн майҙандар әҙерләүгә бәйле бөтә шарттар булдырырға кәрәк.

— Төҙөлөш сифаты беренсе планда булырға тейеш. Был мәсьәлә өҫтөндә көн һайын эшләргә кәрәк, — тип билдәләне Сергей Афонин. — Республикала эконом-кластағы торлаҡ төҙөлөшө әүҙем алып барыла. Бөгөн Башҡортостанда торлаҡҡа мохтаж 60-70 мең кеше бар. Беҙҙә норматив база әҙерләнгән, бушлай ер участкалары бүлеү тураһында закон сығарылған. Шулай ҙа был йүнәлештәге эштәрҙе тағы ла ҡыҙыулатырға кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтыр бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә республикала дөйөм майҙаны 2,1 млн квадрат метрлыҡ 23,5 мең фатир сафҡа индерелгән, был 2010 йылдағына ҡарағанда 5,1 процентҡа күберәк. Быйыл 2,3 млн кв. м төҙөү планлаштырыла.