8 декабрь, Кесе йома

03 февраль 2012 йыл, 11:37

Өфөлә джаз йырсыһы Дебора Дэвис сығыш яһаясаҡ

автор: Розалия Вәлиева

19 февралдә Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында Олег Киреевтың «Дуҫтар өсөн джаз» проекты сиктәрендә махсус ҡунаҡ – Америка йырсыһы Дебора Дэвис сығыш яһаясаҡ.

Дебора Дэвис – халыҡ араһында киң танылыу яулаған джаз йырсыларының береһе. 1985 йылдан профессиональ сәхнәлә эшләй башлай. Ул иң абруйлы джаз-клубтарҙа, фестиваль майҙандарында һәм концерт залдарында йырлай. Был ғәжәйеп йырсы джаз, классика, госпел, поп, кантри, ритм-энд-блюз, хип-хоп кеүек төрлө музыкаль стилдәрҙә сығыш яһай.

Джаз йырсыһының үҙенең «Got My Own Records» тауыш яҙыу компанияһы ла бар. Бынан тыш Дебора Дэвис хәйриә эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә, «Лейкемияға ҡаршы көрәш ойошмаһы»на ул даими рәүештә аҡса күсереп тора.