8 декабрь, Кесе йома

03 февраль 2012 йыл, 11:30

Былтыр Башҡортостандың 724 кешеһе юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Юл-транспорт ваҡиғаларының иҫәбе былтыр унан алдағы йылға ҡарағанда ныҡ артмаған, тип хәбәр итте республика статистиктары. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республика юлдарында йәмғеһе 5160 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 2010 йылда иһә өс осраҡҡа аҙыраҡ булған.

Әммә уның эҙемтәләре элеккесә ҡурҡыныс. Автомобиль аварияларында 724 кеше һәләк булған, 6423 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Республика буйынса уртаса алғанда юл-транспорт ваҡиғаһына осраған 100 кешенең унауһы һәләк була.

Инспекторҙар әйтеүенсә, фажиғәләрҙең күбеһендә шәхси автотранспорт хужалары ғәйепле. Үрҙә билдәләнгән арала уларҙың ҡатнашлығындағы 4042 юл-транспорт һәләкәте теркәлгән.

Водителдәр ғәйебе арҡаһында яһалған аварияларҙың 4 проценттан ашыуында уларҙың эскән килеш рулгә ултырыуы асыҡланған. Бындай авариялар 37 кешенең үлеменә килтергән. 227 кеше ҡазаланған. Йәйәүлеләр арҡаһында ла фажиғәләр аҙ түгел – 935 осраҡ, был республика буйынса һәр алтынсы юл-транспорт ваҡиғаһы тигән һүҙ.