4 декабрь, Йәкшәмбе

03 февраль 2012 йыл, 11:14

Президентлыҡҡа кандидат Владимир Путин яҡлылар үҙенең сайтын асты

автор: Марина Шумилова

Президентлыҡҡа кандидат, Премьер-министр Владимир Путин яҡлылар сайт асты һәм Владимир Путинға ярҙам итер өсөн ҡулланыусыларға унда үҙҙәренең фотоларын, видеомөрәжәғәттәрен ҡуйырға һәм флеш-мобтар үткәреү тураһында һөйләшеп килешергә тәҡдим итте, тип хәбәр итә РИА Новости.

«мойпутин.рф» проектын ойоштороусылар көн һайын яңы мөрәжәғәттәр индереп барырға, шул иҫәптән билдәле кешеләрҙең фекерҙәрен бирергә вәғәҙә итә. Уларҙың фекеренсә, проект Путиндың һайлау алды штабы эшмәкәрлеген тулыландырырға һәм йәштәр менән эшләүгә йүнәлтелгән булырға тейеш.

темалар: һайлау