8 декабрь, Кесе йома

03 февраль 2012 йыл, 10:42

Республиканың йәш юристар делегацияһы РФ Президентына кандидат Владимир Путин менән осрашыуҙа ҡатнашты

автор: Марина Шумилова

Башҡортостандың йәш юристар делегацияһы РФ Президентына кандидат Владимир Путиндың «Ғәҙел һайлауҙар өсөн» күҙәтеүселәр корпусы менән осрашыуында ҡатнашты. Күҙәтеүселәр корпусы мартта үтәсәк Президент һайлауҙарына объектив баһа биреү маҡсатында «Рәсәй юристары ассоциацияһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән булдырылды. Ғинуар уртаһында старт алған проект ихтыяри нигеҙҙә меңләгән күҙәтеүсе-юристы берләштерә, тип хәбәр итә Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһенең Йәш юристар Советы матбуғат хеҙмәте.

РФ Президентына кандидат Владимир Путин күҙәтеүселәр корпусын булдырыуҙы хупланы, һәм корпус ағзаларына ил Президентын һайлауҙа уның күҙәтеүселәре булыу хоҡуғын ышанып тапшырҙы.

Башҡортостан Республикаһында 4 мартта күҙәтеүселәр корпусы ағзалары барлыҡ 3509 һайлау участкаһында буласаҡ. Һайлауҙың ғәҙел һәм асыҡ үтеүенә контроллек итеү уларҙың һәр береһенең төп бурысы булып тора.

Владимир Путин менән аралашыу барышында Башҡортостан делегацияһы ағзалары унан республика баш ҡалаһынан ҡалған тәьҫораттары менән бүлешеүҙе һораны.

—Өфөнөң һуңғы йылдарҙа, Рәсәйҙең башҡа күп ҡалалары кеүек үк, ыңғай яҡҡа ныҡ үҙгәреүен билдәләп үткем килә, — тине Владимир Путин.