Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Алтын тирмә» милли театрҙар фестиваленең һайлап алыу турҙары башланды

Йәмғиәт

Ишембайҙа II «Алтын тирмә» төбәк-ара милли театрҙар фестивале асылды. Унда Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларының, Мәләүез, Ишембай райондарының театр коллективтары ҡатнаша.

Ишембайҙа фестивалдең һайлап алыу туры старт алды, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Республика халыҡ ижады үҙәгенән. Алдағы ваҡытта бындай һайлап алыу турҙары республиканың башҡа ҡалаларында һәм райондарында үтәсәк, унда Башҡортостандың барлыҡ халыҡ театр коллективтары ҡатнашасаҡ.

Коллективтар тарафынан «Халыҡ театры» исемен раҫлау һәм был исемде алыуға дәғүә итә алған яңы ижади коллективтарҙы эҙләү «Алтын тирмә» фестиваленең төп маҡсаттары булып тора. Шулай уҡ театрҙар фестивалдең Өфөлә үтәсәк һуңғы турында ҡатнашыу өсөн һайлап алынасаҡ. Артистарҙың сығыштарын компетентлы жюри баһалай, уның составына театр сәнғәтенең билдәле эшмәкәрҙәре, режиссерҙар, драматургтар, халыҡ ижады белгестәре инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть