10 декабрь, Шәмбе

02 февраль 2012 йыл, 18:10

Рөстәм Хәмитов арбитраж идарасылар өҫтөнән контролде көсәйтергә саҡырҙы

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн Республика йортонда предприятиеларҙың финанс хәлен яҡшыртыу һәм уларҙың банкротлығы өлкәһендәге эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

— Был тема ябай түгел. Баҙар шарттарында барыһының да уңышлы була алмауы билдәле, һәм ҡайһы бер предприятиелар банкротлыҡты урап үтә алмай. Әммә беҙҙә ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ябай баҙар механизмы түгел, ә милекте ҡайтанан бүлеү ысулына әйләнде, — тине Президент, осрашыуҙы асып. – Уңышлы эшләгән, әммә «кемдер өсөн ҡыҙыҡлы булған» предприятиеларҙың банкротҡа әйләнеүҙәрен әленән-әле күҙәтәбеҙ. Уларҙың мөлкәте туҙҙырылыуын, ә хеҙмәткәрҙәренең урамда ҡалыуын һәм йылдар буйы эш хаҡы алмауын күрәбеҙ.

Рөстәм Хәмитов статистика менән таныштырҙы, уға ярашлы Башҡортостан килемле предприятиелар буйынса ла, банкроттар һаны буйынса ла лидер төбәктәр иҫәбендә.

— Килемле предприятиелар һаны буйынса беҙ Рәсәй Федерацияһында беренсе урында торабыҙ: республика предприятиеларының 80 проценттан ашыуы килемле эшләй. Шул уҡ ваҡытта төбәгебеҙ банкротҡа әйләнеүсе предприятиелар һаны буйынса ла илдә беренсе урындарҙың береһен биләй. Йыл башына һандар ҙа бар: беҙҙә меңгә яҡын, йәғни 995 ойошма һәм шәхси эшҡыуар төрлө банкротлыҡ процедураһы кисерә. Уларҙың һаны йылдан йыл арта. 2009 йылда банкрот итеп таныу тураһында 812 эш ҡаралһа, 2010 йылда был һан – 837, үткән йылда 1419 тәшкил итте. Ике йыл эсендә ҡаралған эштәр һаны ике тапҡырға тиерлек артҡан.

Республика башлығы билдәләүенсә, «Түләй алмаусанлыҡ (банкротлыҡ) тураһында»ғы федераль закон предприятиены көрсөктән сығарыу буйынса күп кенә сараларҙы билдәләй. Уларҙың береһе – предприятиеның финанс хәлен яҡшыртыу. Маҡсаты билдәле – предприятиеның рентабелле эшләүен тергеҙеү, уның бизнесын һәм эш урындарын һаҡлап ҡалыу. Әммә ғәмәлдә был процедура бер нисә йыл дауамында бөтөнләй ҡулланылмаған. Былтыр яҡынса мең ярым осраҡтан был ысул ике предприятиеға ҡарата ғына ҡулланылған. Был банкротлыҡтың криминаль бизнесҡа әүерелеүен күрһәтә, тине Президент.

Бурыслы предприятиеның түләй алыу һәләтлелеген тергеҙеүгә йәнә бер мөһим процедура йүнәлтелгән. Ул – тышҡы идаралыҡты ҡулланыу. Әммә ул да бик һирәк ҡулланыла – уртаса тик һәр егерменсе осраҡта ғына.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, дөйөм алғанда республикала предприятиеларҙың финанс хәлен яҡшыртыу буйынса күрелгән саралар бөтөнләй эшләмәй. Уның фекеренсә, банкротлыҡ бик ҡулай «бизнес»ҡа әүерелде.

Президент билдәләүенсә, төрлө дәүләт органдары (һалым хеҙмәте, прокуратура, башҡарма власть органдары) мәнфәғәттәренең ҡаршы килеүе лә предприятиеларҙың финанс хәлен яҡшыртыуға ныҡ ҡамасаулай.

— Арбитраж идарасылар эшмәкәрлегенә лә дәғүәләр бар. Йыш ҡына улар бер юлы бер нисә предприятиеға тәғәйенләнә, — тине Рөстәм Хәмитов. – Һәм власть тулыһынса идарасы ҡулында була. Ул мөлкәткә идара итеү хоҡуғына эйә, һәм йыш ҡына бының менән файҙалана. Тик предприятиены ҡотҡарыу маҡсатында түгел. Йыш ҡына ул, киреһенсә, маҡсатлы рәүештә предприятиены «батырып», һатылған мөлкәттән проценттар ала. Әммә республика власы, урындағы үҙидара органдары арбитраж идарасылар тәғәйенләүгә лә, кредиторҙар йыйылыштарында ҡарарҙар ҡабул итеүгә лә бер нисек тә йоғонто яһамай.

Ни өсөн закон менән ҡаралған, предприятие эшмәкәрлеген тергеҙергә мөмкинлек биргән механизмдар эшлмәй? Ни өсөн предприятиеның финанс хәлен яҡшыртыу, тышҡы идаралыҡ кеүек процедуралар ҡулланылмай тиерлек?

Предприятиеларҙың финанс хәлен яҡшыртыу һәм уларҙың банкротлығы өлкәһендәге эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса республика ведомство-ара комиссияһы ағзалары был һорауҙарға яуап табырға тырышты. Орган ярты йыл элек булдырылды, һәм бөгөн Президент эштең тәүге йомғаҡтары менән таныштырыуҙы талап итте. Комиссия рәйесе – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабановтың отчетын тыңлағандан һуң, Рөстәм Хәмитов аныҡ һөҙөмтәләр хаҡында ишетмәүен билдәләне.

Шулай ҙа комиссия етәксеһенең, унан һуң сығыш яһаған комиссияның башҡа ағзаларының докладтарында был предприятиеларға уңыштарға өлгәшеү өсөн ярҙам күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр уҡып ишеттерелде. Иң мөһиме – арбитраж идарасылар эшмәкәрлеге өҫтөнән контролде көсәйтеү. Бөгөн бының менән арбитраж идарасыларҙың үҙҙәренең ойошмалары ғына шөғөлләнә.

Төбәк башлығы билдәләүенсә, бөгөнгө көнгә республикала эш хаҡын түләү буйынса бурыстар яҡынса 117 миллион һум тәшкил итә, уларҙың 80 миллион һумдан ашыуы – банкротҡа әйләнеүсе предприятиелар бурысы.

— Беҙҙә меңләгән кеше хеҙмәт хаҡын алмай. Шуны аңлағым килә: кем беҙҙең халыҡтың ҡанын эсә? Кеше ҡайғыһында килем алыусы ниндәй «эшселәр» һуң ул? Һуңғы йылдар эсендә бер предприятие ла тергеҙелмәгәс, киләһе һығымта яһала: улар килә лә, был предприятиеларҙы бөлдөрә, мөлкәтен туҙҙыра, — тине Президент.

Арбитраж идарасылар предприятиеларҙы тергеҙеү яҡлы түгел, һәм был системалы проблема. Уны хәл иткәндә, предприятиеларҙың финанс хәлен яҡшыртыу өлкәһендә алға китеш буласаҡ, тигән һығымтаға килде ултырышта ҡатнашыусылар.