4 декабрь, Йәкшәмбе

02 февраль 2012 йыл, 17:05

Өфө Инновация-сәнәғәт салонына әҙерләнә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфөлә Инновация-сәнәғәт салонын асыуға әҙерлек эштәре алып барыла. Ул 28 февралдә эш башлаясаҡ. Дүрт сәнәғәт күргәҙмәһенән тыш, машиналар эшләү тармағы белгестәре өсөн бай эш программаһы тәҡдим ителәсәк.

Ойоштороусыларҙың хәбәр итеүенсә, салон асылған көндә «Машиналар эшләү тармағы өсөн белгестәр әҙерләү: проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары» темаһына түңәрәк өҫтәл үткәреләсәк. Унда БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының һәм БР Мәғариф министрлығының эксперттары ҡатнашасаҡ.

Икенсе эш көнөндә өс фәнни конференция көтөлә. Өфө дәүләт авиация техник университеты «Станкоинструмент» ассоциацияһы менән берлектә «Металдар эшкәртеү технологияһындағы һәм металл эшкәртеүсе машиналар менән уларҙы комплектлаусы изделиелар конструкцияһындағы өр-яңы технологиялар»ҙы нисек күреүе тураһында һөйләйәсәк.

Киләһе конференция металл эшкәртеү өлкәһендә импортты үҙебеҙҙә етештерелгәнгә алмаштырыу һәм инновацияларға арналасаҡ. Башҡорт дәүләт аграр университеты салон сиктәрендә III «Ремонт. Тергеҙеү. Реновация» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын ойоштора.

VII Инновация-сәнәғәт салоны дүрт көн эшләйәсәк һәм 2 мартта ябыласаҡ. Уның ойоштороусылары булып республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы ярҙамында Башҡортостан күргәҙмә компанияһы һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһай.