5 декабрь, Дүшәмбе

02 февраль 2012 йыл, 16:35

Өфөлә хеҙмәтләндереү өлкәһендәге иң яҡшы предприятиелар бүләкләнәсәк

автор: Эльмира Сабирова

2011 йыл йомғаҡтары буйынса хеҙмәтләндереү өлкәһендәге иң яҡшы предприятиеларға наградалар тапшырыу тантанаһы кесаҙна, 2 февралдә, үтәсәк. Еңеүселәрҙе 68 номинация буйынса Kto1.ru порталының эксперттары билдәләгән.

«Башинформ» агентлығына сайт етәксеһе Артем Клименконың хәбәр итеүенсә, ҙур жюриға 800-ҙән ашыу кеше ингән, уларҙың күбеһе билдәле кешеләр: әүҙем блогерҙар йәки баһа, комментарийҙар яҙған ҡулланыусылар.

-  Беҙҙең төп принцип — жюриның халыҡ өсөн асыҡ, компетентлы, хөрмәт яулаған кешеләр булыуы, — ти Артем Клименко. — Эксперттар иҫәбенә уй-фекерҙәренә ышанырға мөмкин булған кешеләр эләгә. Улар һәр ваҡыт реаль шәхестәр, башлыса, үҙҙәренең өлкәһендәге лидерҙар, төрлө статустағы, төрлө йәштәге, төрлө эш хаҡы алған, төрлө ҡарашлы төрлө һөнәр кешеләре.  

Тауыш биреү йыл дауамында барҙы. Жюри номинанттарҙы «биш йондоҙ» системаһы буйынса баһаланы. Һәр эксперт үҙенең баһаһын теләгән ваҡытта үҙгәртә ала ине, шуға күрә конкурсанттар, беренсе булып ҡалыр өсөн, йыл буйы  үҙенең статусына торошло булырға тейеш.

Иң яҡшылар исемлеге www.kto1.ru сайтында бирелгән.