8 декабрь, Кесе йома

02 февраль 2012 йыл, 16:19

Башҡортостан һөтө Волга буйы федераль округында иң арзаны булып ҡала

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандағы 2,5-3,2% майлылыҡтағы айыртылмаған стерилләнгән һөт Волга буйы федераль округында иң арзаны булып ҡала. Бер литрҙың хаҡы республикала, статистиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, уртаса алғанда 37 һум 5 тингә тиң. Округта ошондай уҡ майлылыҡтағы иң ҡыйбат һөт Киров өлкәһендә теркәлгән – 49 һум 46 тин.

Төп аҙыҡ-түлек продукттары араһында арзан хаҡтар буйынса республика исемлек уртаһында килә. Шулай итеп, иң арзан һыйыр ите Һарытау өлкәһендә — 215,22 һум, ә ҡыйбаты Мордовияла — 259,49 һум. Башҡортостанда уртаса алғанда бер килограмм һыйыр ите 241 һумдан һатыла.

Иң ҡыйбат сыр Пермь крайында – килоһы 273,61 һум. Иң арзан сыр Һарытау өлкәһендә — 223,73 һум. Башҡортостанда иһә бер килограмм сыр 262,44 һумға барып баҫасаҡ.

Һуңғы айҙарҙа бөтә төбәктәрҙә лә тауыҡ йомортҡаһына хаҡтар артыуы күҙәтелгән. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда 30 ғинуарға ҡарата уларҙың ун данаһының хаҡы 36,12 һум булған. Дөйөм алғанда Волга буйы федераль округында йомортҡаларҙың хаҡы төрлөсә билдәләнгән: Мордовияла 31,6 һумдан һатылһа, Һамарҙа улар 42,16 һум тора.

Иң арзан икмәк тә Мордовияла – 22,18 һум, иң ҡыйбаты Пермь крайында – 33 һумдан ашыу.

Иң арзан продукттар буйынса Волга буйы федераль округында дөйөм алғанда Һарытау өлкәһе беренсе урында килә, Һарытауҙа 13 төп аҙыҡ-түлек продукты буйынса иң арзан хаҡтар теркәлгән. Ҡыйбат аҙыҡ-түлек буйынса рекорд, Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, Пермь крайына тура килә. Бында бер юлы 18 төр тауар округ буйынса иң ҡыйбатлыһы тип табылған.