4 декабрь, Йәкшәмбе

02 февраль 2012 йыл, 15:28

Башҡортостанда ҡыштың иң һыуыҡ осоро башланды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда бөгөндән ғәҙәттән тыш һауа торошона бәйле режим индерелгән. Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш һауа шарттары тураһында иҫкәртеү кеше ғүмере өсөн хәүефле һауа торошо урынлашҡанда иғлан ителә. Бындайҙарға көслө ел, күреү мөмкинлегенең насарайыуы, яуым-төшөмдәр, аномаль температуралар инә.

— Һәр төбәктә үҙенең температура критерийҙары бар, — тине Анна Козаева. – Башҡортостанда минус 30 градусҡа тиң температура насар һанала, ә ғәҙәттән тыш һауа шарттарына бәйле режим 40 градусҡа тиклем һыуытҡанда һәм унан да һыуығыраҡ булғанда иғлан ителә. Бөгөн төндә Башҡортостандың айырым райондарында тап ошондай температура теркәлде.

Башгидромет ғәҙәттән тыш һауа шарттары тураһындағы мәғлүмәтте бөтә дәүләт органдарына, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Эске эштәр министрлыҡтарына ебәрә. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 4 февралгә тиклем республикала ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ. Ял көндәрендә ҡаты һыуыҡтар бер аҙ сигенәсәк.