5 декабрь, Дүшәмбе

02 февраль 2012 йыл, 15:14

Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығында - яңы етәксе

автор: Любовь Колоколова

Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһындағы идаралығында үҙгәрештәр булды. Ведомство етәксеһе вазифаһын әлегә ваҡытлыса Елена Вохмянина башҡара.

Элекке етәксе Шамил Хәсәнов үҙ теләге менән был вазифанан бушатылды.

Бығаса Елена Леонидовна Вохмянина 2011 йылдың ғинуарынан Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһындағы идаралығы етәксеһе урынбаҫары булып эшләне.