Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Олимпиада призерҙары өҫтөнлөктәре менән бер вузда ғына файҙалана аласаҡ

Йәмғиәт

Юғары уҡыу йортона уҡырға инеү тураһындағы яңы тәртипкә ярашлы, льготалары булған абитуриенттар өҫтөнлөктәре менән бер вузда ғына файҙалана аласаҡ. Ҡалған уҡыу йорттарында улар дөйөм нигеҙҙә конкурс үтәсәк.

— Эш шунда: сығарылыш уҡыусылары – олимпиада еңеүселәре, бер нисә университетҡа документ тапшырып, шунда уҡ исемлек башына күтәрелә торғайны, — тип хәбәр итте БР Мәғариф министрлығының юғары һөнәри белем биреү бүлеге начальнигы Венера Алғошаева. — Уҡырға инеү һәм реаль конкурсҡа бәйле аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуҙы. Бөтә вуздарға ла документтарҙың төп нөсхәләрен биреүгә уларҙың хоҡуғы булмауы аңлашыла, шул уҡ ваҡытта дөйөм кокурс буйынса уҡырға инеүсе абитуриенттар ситтә ҡала.

Документтарҙы әүәлгесә өс йүнәлеш буйынса биш университетҡа бирергә мөмкин.  Билдәләнгән лимитты үтеп булмаясаҡ: быйыл сығарылыш уҡыусылары тураһындағы мәғлүмәт Федераль мәғлүмәт базаһына индереләсәк. Унда берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре, шулай уҡ абитуриент документтарын биреп өлгөргән вуздар асыҡ күренәсәк.

Шул уҡ ваҡытта 2012 йылда республика вуздары бюджет нигеҙендә көндөҙгө, ситтән тороп уҡыу бүлектәренә, киске уҡыу формаһына һәм магистратураға 11,5 мең кешене ҡабул итергә планлаштыра.

— Беҙ гуманитар, иҡтисад һәм юридик белгеслектәр буйынса урындарҙың ҡыҫҡара барыуын күҙәтәбеҙ,— ти Венера Алғошаева. — Вуздарҙа маҡсатлы ҡабул итеүгә квоталар иҫәбе кәмейәсәк: быйыл бындай уҡыусылар бюджет нигеҙендә белем алыусылар иҫәбенең 15 процентын тәшкил итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть