11 декабрь, Йәкшәмбе

02 февраль 2012 йыл, 13:33

Сәлиә Мырҙабаева Башҡортостанда эшҡыуарҙар өсөн бушлай юридик консультациялар үткәрергә тәҡдим итте

автор: Марина Шумилова

Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева башланғысы менән Башҡортостанда эшҡыуарҙар өсөн бушлай юридик консультациялар ойоштороласаҡ. Был инициативаны Башҡортостан Республикаһының Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы хупланы. Граждандарҙы ҡабул итеү Сәлиә Мырҙабаеваның күсмә осрашыуҙары сиктәрендә 2 февралдә Күмертау ҡалаһында һәм Күгәрсен районында үтәсәк. Унлаған кеше депутат менән осрашыуға яҙылған да инде.

— Граждандарҙы ҡабул итеү, һайлаусылар менән аралашыу эшемдең мөһим бер йүнәлеше булып тора, сөнки бындай осрашыуҙар халыҡты борсоған проблемалар менән яҡынданыраҡ танышырға мөмкинселек бирә, — тине Сәлиә Мырҙабаева «Башинформ» агентлығына. – Бындай проблемаларҙың береһе – ауылдарҙа эшһеҙлек. Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә проблема киҫкен тора.

Депутат фекеренсә, бәләкәй бизнесты үҫтереү ауылдарҙа эшһеҙлекте кәметеүҙең бер ысулы булып тора.

— Бөгөн илдә һәм республикала йәштәр һәм ауыл эшҡыуарлығына әүҙем ярҙам итеү сәйәсәте үткәрелә, әммә тейешле хоҡуҡи мәғлүмәтте барыһы ла белеп етмәй, — тип һөйләне Сәлиә Мырҙабаева. – Граждандар менән осрашыуҙар барышында йәштәрҙең күберәк белергә теләгәндәрен күрәм. Уларҙың барыһы ла йәмғиәткә файҙалы кеше булғыһы, үҙҙәрен тапҡыһы килә. Башҡортостан Республикаһының Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы ағзалары уларға ярҙам итәсәк: мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ниндәй саралар күрергә, эште нимәнән башларға, ниндәй норматив акттар менән танышырға, дәүләт субсидияларын нисек алырға.

Сәлиә Мырҙабаева төбәктең Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһына һәм уның рәйесе Илдар Һөйөшевҡа проектҡа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

— Юридик консультациялар үткәреп, ауыл ерендә, айырыуса йәштәр араһында халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү өлкәһендәге ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итә алырбыҙ, тип ышанам, — тип белдерҙе ул. – Беҙ, депутаттар, һайлаусылар менән әүҙемерәк эшләргә, уларға ярҙам итергә, башланғыстарын хупларға, халыҡты йәмәғәт эштәренә йәлеп итергә тейешбеҙ.

Бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарына һәм граждандарға бындай ярҙам күрһәтеү депутат Сәлиә Мырҙабаеваның граждандар менән күсмә осрашыуҙары барышында киләсәкәтә лә дауам итәсәк. Проект сиктәрендә яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарға белешмә китабы әҙерләү, online режимда бушлай консультациялар, семинарҙар һәм оҫталыҡ кластары үткәреү планлаштырыла.