4 декабрь, Йәкшәмбе

02 февраль 2012 йыл, 12:14

«Иң яҡшы төбәк гәзите - 2011» бөтә Рәсәй конкурсына эштәр ҡабул ителә башланы

автор: Любовь Колоколова

Бөтә донъя редакторҙар форумы (World Editors Forum, WEF), Халыҡ-ара журналистика үҙәге һәм «РИА Новости» ярҙамында «Новая Евразия» фондының Киң мәғлүмәт сараларына ярҙам программаһы Бойондороҡһоҙ төбәк баҫмалары ассоциацияһы менән берлектә VI «Иң яҡшы төбәк гәзите – 2011» Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсына эштәр ҡабул итә башланы.

Бәйгегә 2011 йылда баҫылған эштәр ҡабул ителә. Еңеүселәр киләһе номинациялар буйынса билдәләнәсәк: «Иң яҡшы төбәк гәзите» (конкурстың төп номинацияһы), «Иң яҡшы аңлатма материал», «Иң яҡшы журналист тикшереүе», «Гәзит уҡыусылар менән иң яҡшы кире бәйләнеш», «Иң яҡшы фото», «Иң яҡшы акция», «Иң яҡшы редакция колонкаһы», «Иң яҡшы сайт», «Иң яҡшы балалар бите (йәки ҡушымтаһы)» һәм «Иң яҡшы йәштәр гәзите».

Заявкалар ағымдағы йылдың 5 мартына тиклем ҡабул ителә.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса халыҡ-ара конференция үтәсәк. Еңеүселәр материалдары Рәсәй төбәк матбуғатында 2011 йылда баҫылған иң яҡшы эштәр йыйынтығына инәсәк. Конференцияла ҡатнашыусылар шулай уҡ төбәк киң мәғлүмәт сараларының 2010 йылда баҫылған иң яҡшы мәҡәләләре йыйынтығын аласаҡ.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — www.bestnewspaper.ru сайтында.