6 декабрь, Шишәмбе

02 февраль 2012 йыл, 11:25

Өфөлә үҫмерҙәр һәм йәштәр мөхитендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүҙең заманса алымдары тикшереләсәк

автор: Эльмира Сабирова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында йома, 3 февралдә, «Үҫмерҙәр һәм йәштәр мөхитендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләһен хәл итеүҙә заманса алымдар» фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк.

Сарала Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия, министрлыҡ һәм ведомстволар, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы вәкилдәре, республика муниципаль берәмектәренең йәштәр сәйәсәте органдары, социаль-психологик үҙәктәр һәм хеҙмәттәр етәкселәре ҡатнашасаҡ.

Форум сиктәрендә үҫмерҙәр һәм йәштәр енәйәтен иҫкәртеүҙә эске эштәр органдары роле, үҫмерҙәр һәм йәштәр мөхитендә девиацияны иҫкәртеүҙе ойоштороуҙа ведомстволар эшмәкәрлеге, наркоманияны иҫкәртеү мәсьәләләре тикшереләсәк.