5 декабрь, Дүшәмбе

02 февраль 2012 йыл, 11:21

Рәсәй Президенты һайлауҙарында авиапассажирҙар «Өфө» аэропортында тауыш бирә аласаҡ

автор: Марина Шумилова

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы үҙенең сайтында 4 мартта Рәсәй Президенты һайлауҙарында тауыш биреү өсөн биналар бүленәсәк аэропорттар исемлеген баҫтырҙы. Унда Рәсәйҙең 29 төбәгендәге 32 аэропорт күрһәтелгән.

Мәскәүҙә — «Внуково»ла, Мәскәү өлкәһендә — «Шереметьево» һәм «Домодедово»ла, Санкт-Петербургта — «Пулково-1», Башҡортостанда – «Өфө» аэропортында, Новосибирск өлкәһендә — «Толмачево»ла, Пермь крайында —  «Оло Савино»ла һәм башҡа аэропорттарҙа тауыш бирергә мөмкин.

темалар: һайлау