4 декабрь, Йәкшәмбе

02 февраль 2012 йыл, 10:45

Спорт һарайында башланған капиталь ремонт сентябрҙә тамамланырға тейеш

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөләге Спорт һарайында капиталь ремонт үткәрелә. Эштәрҙе сентябргә тамамлау планлаштырылған. Был турала «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында үткән онлайн-конференцияла Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин хәбәр итте.

— Беҙ тулыһынса яңыртылған Спорт һарайы аласаҡбыҙ, ул төрлө кимәлдәге саралар үткәреүгә мөмкинлек биреүсе халыҡ-ара нормаларға яуап бирәсәк, — тине вице-премьер.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостандың баш ҡалаһында быйыл 26 декабрҙән йәштәр араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты үткәреләсәк. Унда «Өфө-Арена» универсаль спорт комплексын да файҙаланыу ҡаралған.