8 декабрь, Кесе йома

02 февраль 2012 йыл, 10:41

Милли китапханала Заһир Исмәғилевтың яҡты иҫтәлегенә арналған кисә үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Композитор Заһир Исмәғилевтың яҡты иҫтәлегенә арналған «Заһир көйҙәре – Урал көйҙәре» кисәһен Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлеге үткәрәсәк.

Милли китапхананың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисәлә композитор Ләйлә Исмәғилева; филология фәндәре кандидаты, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусыһы Гөлназ Ғәлина; Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнәүи Сәлихов; республиканың халыҡ артисы Вәхит Хызыров, артист Урал Ниғмәтуллин һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.

темалар: китапханалар