6 декабрь, Шишәмбе

02 февраль 2012 йыл, 10:28

2011 йылда Өфөлә 702 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Былтыр Өфөлә 702 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән һәм сафҡа индерелгән. Был 2010 йылдағы кимәлгә ҡарата 107,3%. Шәхси торлаҡ төҙөлөшөнөң өлөшө 51,6 процентты тәшкил иткән. Мэрияла үткән матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Йосопованың әйтеүенсә, былтыр торлаҡ менән бер рәттән социаль объекттар ҙа төҙөлгән. Мәҫәлән, «Ҡариҙел», «Инорс-7», «Дим-8», «Сипайлово-1» һәм «Сипайлово-5» биҫтәләрендә балалар баҡсалары сафҡа индерелгән.

Яңы уҡыу йылы башланыуға Өфө дәүләт авиация техник университетының уҡыу корпусы файҙаланыуға тапшырылған. Шулай уҡ РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфөләге филиалының уҡыу корпусына төкәтмә төҙөү эштәре тамамланған. Башҡорт дәүләт университетының К.Маркс урамы, 3/4 адресы буйынса урынлашҡан «И» уҡыу корпусына реконструкция үткәрелгән.

Һаулыҡ һаҡлау объекттарынан Республика клиник дауаханаһының Пушкин урамы, 99 адресы буйынса урынлашҡан 2-се поликлиникаһы корпусы файҙаланыуға тапшырылған. Бынан тыш, Альбина Йосопова спорт объекттарын да билдәләп үтте. «Өфө-Арена» универсаль спорт аренаһының икенсе сираты, «Көньяҡ» биҫтәһендәге ер аҫтында автомобилдәр ҡуйыу урыны булған бассейн, «Затон» биҫтәһендәге 5-се мәктәп-интернатының спорткомплексы, С.Перовская урамындағы фитнес-үҙәк бинаһындағы бассейн сафҡа индерелгән.

Коммуналь хужалыҡ өлкәһендә республиканың баш ҡалаһының көньяҡ ҡапҡаһы булған Таш кисеү районында Ҡариҙел йылғаһы аша һалынған күпер һәм Затон биҫтәһендәге төньяҡ урау юлы файҙаланыуға тапшырылған.