11 декабрь, Йәкшәмбе

02 февраль 2012 йыл, 10:25

Өфө кәштәләрендә - «Беҙҙең мөхәббәтебеҙ…» китабы

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфө кәштәләрендә яңы китап — «Башҡортостан. Беҙҙең мөхәббәтебеҙ…» («Башкортостан. Признание в любви…») китап-альбомын күрергә була. Сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән был йыйынтыҡ республикабыҙ хаҡында өс телдә (башҡорт, рус һәм инглиз) бәйән итә. 200 битлек китапта төбәк тарихы, уның кешеләре, бөгөнгө иҡтисады, туристик һәм мәҙәни тормошо тураһында бихисап материалдар урынлаштырылған.

Проект авторы — «Панорама Башкортостана» журналының баш мөхәррире Маррат Муллаҡаев. Китап – тәжрибәле журналистың өсөнсө бындай йыйынтығы.

— Тәүҙә китапты Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына ҡарата сығарырға планлаштырғайныҡ. Әммә эш барышында йыйынтыҡты дөйөм Башҡортостанға арнарға тигән ҡарарға килдек, — тине Марат Муллаҡаев.

Автор һүҙҙәренсә, бөгөн бындай баҫмаларға ихтыяж ҙур, айырыуса республикаға килгән ҡунаҡтар араһында улар ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Китаптарҙың күпселеге сувенир булараҡ сит илгә «сығып китә».

темалар: нәшриәт