3 декабрь, Шәмбе

02 февраль 2012 йыл, 9:14

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы старт алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республикала «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы — «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы старт алды. Төбәк комиссияһы тәҡдим ителгән изделиеларҙың сифатын, хәүефһеҙлеген, конкурентлыҡ һәләтен баһалаясаҡ. Эксперттар ҡулланыусылар һорауын, хаҡы менән сифатының тура килеүен, ҡулланыусыларҙың һәм контроллек итеүсе ойошмаларҙың дәғүәләре булмауын да иҫәпкә аласаҡ. Изделиелар етештереүҙәге инновацион алымдар, технологик ҡорамалдарҙы яңыртыу ҙа айырым баһаланасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенең матуғат хеҙмәтенән.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, конкурста ҡатнашыу өсөн республика предприятиелары БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенә заявка бирергә тейеш.

Конкурсҡа май аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ. Лауреат һәм дипломанттар дипломдар һәм продукцияһына конкурс логотибын йәбештереү хоҡуғын аласаҡ. Еңеүселәр «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһының федераль этабында ҡатнашыуға саҡырыласаҡ.

2011 йылда конкурста республиканың 105 предприятиеһы ҡатнашҡан. Уларҙың 67-һе «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсының финалына сыҡҡан.