5 декабрь, Дүшәмбе

02 февраль 2012 йыл, 9:57

Башҡортостанда йәштәр проекттары буйынса конкурста еңеүселәр гранттар аласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмалары араһында проекттар һәм программалар конкурсында еңеүселәр был аҙнала билдәләнәсәк. Көн элгәре республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында проекттарҙың презентацияһы үтте. Рәсәйҙең йәш ғалимдары союзы, «Йәш Гвардия», «Башҡортостан пионерҙары», «Башҡортостандың мәҙәни мираҫы» йәштәр йәмәғәт ойошмаһы, «Бергә» («Вместе») ирекле хәрәкәте, Республика йәштәренең ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыу үҙәге, республика студенттарының «Айсек-Өфө» йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостан студенттарының хеҙмәт отрядтары штабы һәм башҡа ойошмалар үҙ эштәрен яҡланы, тип асыҡланылар ведомствонан.

Һәр ойошманың үҙ йүнәлеше бар. Мәҫәлән, йәш тикшеренеүселәр төбәк йәштәренең инновацион башланғыстарын үҫтереү системаһы менән таныштырҙы, Башҡортостан пионерҙары төбәктә йәмәғәт ойоштороусылары мәктәбен асырға тәҡдим итте. Кадрҙар клубы – «Өҫтөнлөктәр рәтендә — ял һәм белем» проекты, «Айсек-Өфө» йәмәғәт ойошмаһы — «Йәштәрҙең финанс белеме» программаһы, «Бергә» («Вместе») ирекле хәрәкәте – йәштәр һәм үҫмерҙәр мөхитендә сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса «Әйҙә беҙҙең менән» эше, йәш гвардиясылар «БР йәштәренең хоҡуҡи мәҙәниәтен арттырыу», «Башҡортостан ғорурлығы», «Йәштәр лидерҙары – ил киләсәге» һәм « TRENDI йәштәр премияһы» проекттары менән сығыш яһаны.

Еңеүселәр киләһе номинациялар буйынса билдәләнәсәк: «Граждандар мәҙәниәте һәм йәштәрҙең үҙ-үҙҙәрен ойоштора белеү һәләте», «Йәштәрҙең иҡтисади үҙаллылығы һәм конкуренцияға һәләтлеге», «Йәштәр сәләмәтлеге», «Йәштәр ғаиләһе», «Балалар, йәштәр хәрәкәте – дәүләттең стратегик партнеры». Иң яҡшы ҡатнашыусылар республика бюджетынан 1,5 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы аласаҡ. Һәр номинацияла еңеүселәрҙе I, II һәм III дәрәжә гранттар көтә.