8 декабрь, Кесе йома

01 февраль 2012 йыл, 17:51

Республика вуздары 2012 йылда абитуриенттарҙы ҡабул итеү ҡағиҙәләрен баҫтырҙы

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан вуздары сайттарында 2012 йылда абитуриенттарҙы ҡабул итеү ҡағиҙәләре урынлаштырылды. Унда юғары уҡыу йортона ингәндә кәрәк булған документтар исемлеге, документтар ҡабул итеү һәм имтихандар үткәреү сроктары, шулай уҡ конкурс, ҡабул итеү имтихандарын үткәреү һәм вузға ҡабул итеү тәртибе бар.

Башҡорт дәүләт университетында айырым бүлек сит ил граждандарын ҡабул итеү үҙенсәлектәренә бағышланған. Документта һөнәрҙәр һәм ҡабул итеү имтихандары исемлеге лә бар.

Ҡағиҙәләргә ярашлы, вуздар ҡабул итеү буйынса кәм тигәндә өс һынау, шул иҫәптән рус теле һәм профилле предмет буйынса имтихан үткәрергә тейеш. Әгәр абитуриенттар туған тел һәм әҙәбиәт менән бәйле «педагогик белем» һәм «филология» һөнәрҙәре буйынса уҡырға теләһә, вуздар һынауҙарҙың береһен туған тел һәм әҙәбиәт буйынса имтиханға алмаштыра ала.

Элеккесә кеүек үк, абитуриенттар документтарын өс һөнәр буйынса биш вузға бирә ала. Льгота менән ҡулланыусылар айырым хоҡуҡтарын тик бер генә уҡыу йортонда һәм бер һөнәр буйынса ҡуллана ала.

темалар: мәғариф,бди-2012