11 декабрь, Йәкшәмбе

01 февраль 2012 йыл, 16:34

Башҡортостан VII «Интурмаркет-2012» Халыҡ-ара туристик күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында 17-20 мартта Мәскәүҙә үтәсәк VII «Интурмаркет-2012» Халыҡ-ара туристик күргәҙмәһенә әҙерлек эштәре бара. Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан был күргәҙмәлә 2006 йылдан бирле даими ҡатнаша.

«Интурмаркет–2012» күргәҙмәһендә республиканың алдынғы туроператорҙары, шифаханалары тәҡдим ителәсәк. Сарала ҡатнашыусылар төбәктең мәҙәни программаһы менән таныша аласаҡ, тип хәбәр иттеләр Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Эске һәм халыҡ-ара баҙарҙарҙа республиканың туристик продуктын тәҡдим итеү маҡсатында Башҡортостандың барлыҡ туристик потенциалын күрһәтеү, шулай уҡ ситтән килеү туризмын үҫтереү, туристар һанын арттырыу республика делегацияһының төп маҡсаттары булып тора.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, быйыл киләһе илдәр күргәҙмәлә ҡатнашырға теләк белдергән: Төркиә, Греция, Венгрия, Польша, Норвегия, Мысыр, Марокко, Тунис, Кипр, Корея, Италия, Чехия, Испания, Доминикан Республикаһы, Куба, Ҡытай, Таиланд, Малайзия, Финляндия, Камбоджа, Палестина, Үзбәкстан, Монголия, АҠШ. БДБ илдәре – Белорусь, Ҡаҙағстан, Молдованың ҡатнашыуы ла ҡыҙыҡлы булмаҡсы.

Күргәҙмә сиктәрендә сараларға бай эш программаһы көтөлә, семинарҙар, конференциялар, презентациялар, хөкүмәт-ара осрашыуҙар һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында документтарға ҡул ҡуйыу ойоштороласаҡ.