5 декабрь, Дүшәмбе

01 февраль 2012 йыл, 15:51

Приют ҡасабаһында газ шартлауы арҡаһында зыян күргәндәр өсөн йорт төҙөлә

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Приютта газ шартлауы һөҙөмтәһендә өйһөҙ ҡалған кешеләр өсөн төҙөүселәр 24 фатирлы өс ҡатлы йорт төҙөй башланы, — тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин.

Дүшәмбе көндө Бәләбәй районы хакимиәте менән берлектә төҙөлөш майҙаны билдәләнде һәм төҙөлөш башланды.  

Сергей Афониндың әйтеүенсә, йортто тергеҙеп булмауы йәкшәмбе көндө үк билдәле булған. Яңы йорт зыян күргән бинанан 400 метр алыҫлыҡта төҙөләсәк. Проект эшләүсе ойошма, заказсы, подрядсы билдәләнгән, һәм бөгөн урында проектты планлаштырыу эштәре башланған.

— Ҡаза күргән халыҡ майға тиклем өйлө булырға тейеш, тигән республика Президенты менән ҡуйылған бурыс үтәләсәк, — тип ышандырҙы Сергей Афонин.

Яңы йорттағы 16 фатир йортһоҙ ҡалған кешеләргә бирелһә, ҡалған һигеҙен район хакимиәте социаль программаларҙы хәл итеү өсөн файҙаланасаҡ.

— Беҙ төҙөлөш барышын махсус видеокамералар ярҙамында онлайн режимында күҙәтеп барасаҡбыҙ, — тип билдәләне вице-премьер. – Төҙөүселәр өс сменала эшләйәсәк.

Республиканың зыян күреүселәр өсөн йорттар төҙөү тәжрибәһе бар. Урман халҡы өсөн торлаҡ ике айҙа тиерлек төҙөлдө. Ҡыш булыуын иҫәпкә алып, төҙөлөшкә 100 көн бирелгән. Ер туңғанға күрә, өҫтәмә механизмдар ҡулланыласаҡ.

темалар: Приют,төҙөлөш