8 декабрь, Кесе йома

01 февраль 2012 йыл, 15:30

Өфөлә фән һәм дин эшмәкәрҙәре деструктив ағымдарҙың таралыуы проблемаһын тикшерҙе

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратында мосолман руханиҙарының, мәғариф һәм фән өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш осрашыуы үтте. Унда Диниә назараты вәкилдәре, Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының Рәсәй ислам университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм БР Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институты уҡытыусылары ҡатнашты.

Республикала деструктив йүнәлештәге дини ағымдарҙың таралыуы һөйләшеүҙең төп темаһы булды. Айырыуса был проблема мосолмандар йәмғиәтенә ҡағыла.

БР мосолмандары Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, яҡын арала республиканың фәнни даирәһе вәкилдәренән һәм дин эшмәкәрҙәренән торған белгестәр төркөмө был проблематика буйынса социаль-аналитик тикшеренеү эштәрен башлаясаҡ.

темалар: дин,фән