11 декабрь, Йәкшәмбе

01 февраль 2012 йыл, 15:24

2011 йылда республикала вакансиялар йәрминкәләрендә 114000 кеше ҡатнашҡан

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан ҡала һәм райондарында 2011 йылда 483 вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо. Республикала үткәрелгән барлыҡ йәрминкәләрҙең 70 проценты Өфөгә (142 йәрминкә), Стәрлетамаҡҡа (53 йәрминкә), Ишембайға (22 йәрминкә), Күмертауға (20 йәрминкә) һәм Салауатҡа (17 йәрминкә) тура килә.

Йыл дауамында республиканың Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә иҡтисадтың төрлө тармаҡтары өсөн тармаҡ йәрминкәләре үткәрелде. Улар араһында – сәнәғәт, төҙөлөш һәм һаҡ предприятиелары, транспорт һәм элемтә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәләре, шулай уҡ социаль һәм коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү, финанс, сауҙа, дөйөм туҡланыу өлкәләре.

2011 йылда төбәктә үткәрелгән вакансиялар йәрминкәләрендә йәмғеһе 114 меңгә яҡын кеше һәм 4400-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығынын.