10 декабрь, Шәмбе

01 февраль 2012 йыл, 14:34

РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы ауыл табиптарына 11 млрд һум аҡса бүләсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы ауыл ерендә эшләргә теләк  белдергән табиптарға 11 млрд һум бүлергә әҙер. Был турала ошо көндәрҙә Санкт-Петербургта үткән студент-медиктар форумында министр Татьяна Голикова әйтеп ишеттерҙе, тип хәбәр итә «Медицинский вестник» порталы.

«Земство табибы» дәүләт программаһы 1 ғинуарҙа старт алды, уға ярашлы, ауыл ерендә эшләргә теләк белдергән 35 йәшкә тиклемге һәр табип дәүләттән бер миллион һум аҡса аласаҡ.

Программа шарттары буйынса белгес ауылда кәм тигәндә биш йыл эшләргә тейеш буласаҡ.

Әйткәндәй, йыл башынан алып республикала 400-гә яҡын йәш табип «Земство табибы» программаһында ҡатнашырға ғариза биргән. Башҡортостанда 2012–2013 йылдарҙа был проектта йәмғеһе 533 белгес ҡатнаша аласаҡ. Улар федераль бюджеттан миллион һум компенсация түләүҙәре һәм республика ҡаҙнаһынан 100 мең һум күләмендә «күтәрелеп китеүгә» ярҙам аласаҡ.