3 декабрь, Шәмбе

01 февраль 2012 йыл, 14:14

Башҡортостанда Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү фонды булдырылды

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың 2012 йылдың 26 ғинуарындағы Указы менән, республика Хөкүмәте тәҡдиме буйынса, Башҡортостан Республикаһының күп фатирлы йорттарына капиталь ремонт үткәреү фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы булдырылды. Документта билдәләнеүенсә, Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү фонды «халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү һәм уны яҡлау, граждандарҙы хәүефһеҙ һәм уңайлы йәшәү шарттары менән тәьмин итеү, ресурстарҙы һаҡсыл тотоноу өсөн яңы технологияларҙы ҡулланылышҡа индереү, Башҡортостан Республикаһының күп фатирлы торлаҡ йорттарына капиталь ремонт үткәреүҙе финанс тәьмин итеүҙе ойоштороу» маҡсатында булдырыла.

Төбәк Хөкүмәтенә 2012 йылдың 10 июненә тиклем Фонд ойоштороусыһын һәм уны булдырыу тәртибен, шулай уҡ яңы ойошманы финанслау сығанаҡтарын һәм тәртибен билдәләргә ҡушылды.

Указдың үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.

Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә.