5 декабрь, Дүшәмбе

01 февраль 2012 йыл, 14:13

2011 йылда республикала 53768 сабый тыуған

автор: Әлфиә Әһлиуллина

2011 йылда Башҡортостанда 53768 сабый донъяға килгән. Шуларҙан 519 осраҡта — игеҙәктәр, 11 осраҡта өс игеҙәк тыуған. Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда ике меңгә тиерлек күберәк тыуған, йәғни 27 819 малай һәм 25 949 ҡыҙ донъяға килгән, тип хәбәр итә Рәсәй Федерацияһы Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәте.

Фондтың эҙләү-мониторинг системаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 2011 йылда тыуған балалар иҫәбе унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 3,7 процентҡа кәмегән. Рәсәй буйынса уртаса алғанда иһә 2011 йылдағы тыуым күрһәткестәре уҙған йыл кимәлендә ҡалған. Шулай итеп, отчет осоро йомғаҡтары буйынса республика Волга буйы федераль округында һаман да алдынғы урында тора, ә Рәсәйҙә Мәскәүҙән (102 984 бала), Мәскәү өлкәһенән (62 902 бала), Краснодар крайынан (62627 бала) һәм Свердловск өлкәһенән (56 935 бала) ҡала бишенсе урында килә.

Шуның менән бергә Фонд аналитиктары билдәләүенсә, Башҡортостанда өсөнсө һәм унан күберәк бала тыуыу проценты уртаса күрһәткестән юғары булып ҡала һәм 15,3 процентты тәшкил итә.