11 декабрь, Йәкшәмбе

01 февраль 2012 йыл, 13:17

Өфө агрегат производство берекмәһе вәкилдәре Рәсәй наградаларына лайыҡ булды

автор: Әлим Фәйезов

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Указы менән «Өфө агрегат производство берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһының коммерция директоры Сергей Баженов II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән наградланды. Сергей Леонидович был юғары наградаға «яңы махсус техника әҙерләгәне, булдырғаны, илдең оборона һәләтен нығытҡаны һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн» лайыҡ булды, тиелә Указда.

Дмитрий Медведевтың шул уҡ Указы менән «Өфө агрегат производство берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһы станоксыһы Владимир Антипинға «машиналар эшләү өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн» «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» тигән почетлы исем бирелде.