10 декабрь, Шәмбе

01 февраль 2012 йыл, 13:12

Иртәгә Башҡортостанда урыны менән 42 градусҡа тиклем һыуытасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

2 февралдән 4-енә тиклем Башҡортостанда һауа шарттарына бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителә. «Башинформ» агентлығына был турала Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, республика территорияһында төнөн һауа температураһының минус 29-34 градусҡа тиклем төшөүе, урыны менән 42 градусҡа етеүе көтөлә.

— Иртәгә көндөҙ 23-28 градус һыуыҡ буласаҡ, — тине Анна Козаева. – Йома, 3 февралдә, көндөҙ минус 23-27 градус, 4 февралдә 17-22 градус һыуыҡ булыуы көтөлә.

темалар: һауа торошо