4 декабрь, Йәкшәмбе

01 февраль 2012 йыл, 12:18

2011 йыл һөҙөмтәләре Өфөнөң инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһенең артыуын раҫлай

автор: Любовь Колоколова

Өфөнөң эре һәм урта предприятиелары 2011 йылда 518,8 миллиард һумға үҙҙәрендә етештерелгән продукция тейәп оҙатҡан, эш башҡарған һәм хеҙмәттәр күрһәткән. 2010 йылдағы был күрһәткес менән сағыштырғанда, ул 25,5 процентҡа артҡан. Сәнәғәт производствоһы индексы үткән йыл өсөн 108,1 процент тәшкил итте. «Нефть продукттары» (99,4%), «аҙыҡ продукттары» (89,7%) һәм «резина һәм пластмасс изделиелар» (86,4%) етештереүҙән тыш сәнәғәт производствоһы индексының үҫеше иҡтисади эшмкәрәлектең бөтә төрҙәре буйынса ла күҙәтелә. Ҡала иҡтисадына инвестициялар күләме 62 миллиард һум тәшкил итәсәк, был 2010 йыл кимәленә тап килә.

Бындай мәғлүмәт менән мэрияла үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова таныштырҙы, ул 2011 йылда республика баш ҡалаһының социаль-иҡтисади үҫешенең яҡынса һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне.

Альбина Сәғит ҡыҙы билдәләүенсә, Өфө ҡалаһы ҡала округының социаль-иҡтисади үҫеше буйынса күрһәткестәр иҡтисад секторы үҫешенең ыңғай темптары, ҡала хужалығы тармаҡтарының һәм социаль өлкәнең тотороҡло эшләүе хаҡында һөйләй.

Ҡала округында 2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 76 проект тормошҡа ашырыла, инвестициялар күләме 97 миллиард һум тәшкил итә. Инвестицион проекттар буйынса булдырылған эш урындары һаны 18 меңдән ашыу берәмек тәшкил итә.

Буласаҡ инвесторҙар өсөн ҡаланың инвестицион паспорты — «Инвестор паспорты» булдырылған, ул www.ufacity.info сайтында урынлаштырылған.

«РосБизнесКонсалтинг» баҫмаһы рейтингыһына ярашлы, бизнес менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән Өфөнөң инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе ҙур.