10 декабрь, Шәмбе

01 февраль 2012 йыл, 11:08

Төбәктә уртаса хеҙмәт пенсияһы күләме 8560 һум тәшкил итәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

1 февралдән бөтә төр хеҙмәт пенсиялары күләме ете процентҡа артасаҡ. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең тейешле ҡарарында әйтелә.

Һәр оло кешенең пенсия күләме индивидуаль рәүештә арттырыласаҡ. Ике пенсия алыусыларҙың тик береһе генә – хеҙмәт пенсияһы арттырыла. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә уртаса хеҙмәт пенсияһы күләме 560 һумға арттырылып, 8560 һумға етәсәк. Ҡартлыҡ буйынса уртаса хеҙмәт пенсияһы 8900 һум тәшкил итәсәк.

Рәсәй Пенсия фонды идаралығы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров һүҙҙәренсә, төбәктә хеҙмәт пенсияларын алыусылар 2 февралдән яңы күләмдә пенсия ала башлаясаҡ.  

темалар: пенсия фонды