9 декабрь, Йома

01 февраль 2012 йыл, 12:46

Рәсәйҙә урман хужалығын мәғлүмәтләштереү дауам итә

автор: Галина Бахшиева

2012 йылдың сентябренән башлап дәүләт урман хужалығы реестрынан күсермәләрҙе электрон төрҙә биреү планлаштырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, әле федераль ҡануниәт ике төп ҡағиҙә индерә. Беренсенән, граждандар бөтә дәүләт хеҙмәттәрен электрон төрҙә алыуға хоҡуҡлы. Икенсе яҡтан — дәүләт йәки муниципаль власть структураларында ғариза биреүселәрҙең документтары бар икән, уларҙан документтар талап ителергә тейеш түгел.

«Greenpress» беренсе федераль урман хужалығы мәғлүмәт агентлығының сайтында хәбәр ителеүенсә, ер аҫтын геологик тикшереүгә бәйле эштәр үткәреүгә рөхсәт алыу, урман участкалары алыуға ғаризалар һәм ағас ҡырҡыу тураһында белешмәләр ҡабул итеү өлкәһендә электрон документ әйләнешенә күсеүгә бәйле әҙерлек саралары 2012 йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.

Урман декларациялары һәм урамандарҙы файҙаланыу тураһындағы отчеттар электрон форматҡа һуңыраҡ – 2013 июленә тиклем күсереләсәк.