3 декабрь, Шәмбе

01 февраль 2012 йыл, 10:35

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Президенты һайлауҙарында тауыш биреү өсөн бюллетень тексын раҫланы

автор: Марина Шумилова

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Президенты һайлауҙарында тауыш биреү өсөн һайлау бюллетене тексын раҫланы, тип хәбәр итә РИА Новости.

Бюллетень тексында юғары дәүләт вазифаһына дәғүә иткән биш кандидаттың исем-шәрифе күрһәтеләсәк. Һәр кандидаттың графаһында тыуған көнө, йәшәү урыны, эшләгән ере һәм РФ Президенты вазифаһына кем менән күрһәтелгәне яҙыла.

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы менән Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына биш кандидат теркәлгән, уларҙың фамилиялары һәм исемдәре һайлау бюллетенендә алфавит тәртибендә урынлаштырыласаҡ: Владимир Жириновский, Геннадий Зюганов, Сергей Миронов, Михаил Прохоров, Владимир Путин.

темалар: һайлау