3 декабрь, Шәмбе

01 февраль 2012 йыл, 10:26

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды Башҡортостандың халыҡты аҙ ҡатлы йорттарға күсереүгә финанс ярҙамы алыуға заявкаһын ҡабул итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды шишәмбе, 31 ғинуарҙа, Башҡортостандың аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү кәрәклеген иҫәпкә алып граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан яңыһына күсереүгә финанс ярҙамы алыуға заявкаһын ҡабул итте. Фонд идараһы уны бер ай эсендә ҡарарға тейеш.

Дәүләт корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Фондтан 12,21 млн һум алырға планлаштыра. Был аҡсаны Баймаҡ ҡалаһы һәм Ауырғазы районында граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан аҙ ҡатлы йорттарға күсереүгә йүнәлтеү күҙаллана.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт яһау һәм авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы яңыһына күсереү програмаларын тормошҡа ашырыу өсөн Фонд средстволарынан Башҡортостанға 10,7 млрд һум бүленгәйне. Өҫтәп финанслау тәртибендә төбәк 4,2 млрд өҫтәне. Был средстволар 214773 кеше йәшәгән 1170 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт үткәреүгә, шулай уҡ 589 авария хәлендәге йортта йәшәгән 15719 кешегә яңы йорттарҙан фатир биреүгә йүнәлтелгән.