Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Хәйбулла районы аграрийҙары парта артына ултырҙы

Иҡтисад

Хәйбуллла районында 110-сы һөнәрселек училищеһы базаһында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ветеринар станция белгестәре өсөн өҫтәмә һөнәри белем биреү курстары башланды. Курстар Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм район хакимиәте араһында булдырылған хеҙмәттәшлек сиктәрендә ойошторолған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Хәйбулла районының мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Ике аҙна дауамында БДАУ-ның өҫтәмә һөнәри белем биреү үҙәге хеҙмәткәрҙәре «Көрсөк шарттарында эшләгән предприятиеларҙың проблемалары» һәм «Иҡтисади көрсөк шарттарында фермер хужалыҡтарын ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлеге» программалары буйынса лекциялар уҡыясаҡ һәм практик дәрестәр үткәрәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть