4 декабрь, Йәкшәмбе

01 февраль 2012 йыл, 9:47

Башҡортостан 2012 йылғы Бөтә Рәсәй ҡышҡы универсиадаһына әҙерләнә

автор: Әлим Фәйезов

Шишәмбе, 31 ғинуарҙа, республика Хөкүмәтендә 2012 йылғы II Бөтә Рәсәй ҡышҡы универсиадаһына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Ағымдағы йылдың мартында Башҡортостан 2012 йылғы Бөтә Рәсәй ҡышҡы универсиадаһының финал ярыштарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк. Республикала Универсиаданың һуңғы ете стартының алтауһы үтәсәк. Сараға меңдән ашыу спортсының килеүе көтөлә. Тау саңғыһы спорты – 130 кеше, биатлон – 400 кеше, сноуборд – 124 кеше, саңғы ярышы – 213 кеше, хоккей – 16 команда.

Универсиаданы асыу тантанаһы 12 мартта буласаҡ, 26 мартта бәйгеләр тамамланасаҡ. 2012 йылғы Бөтә Рәсәй ҡышҡы универсиаданы ойоштороу менән РФ Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында Рәсәй Федерацияһының Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Федераль спорт резервын әҙерләү үҙәге, «Рәсәй студенттарының спорт союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы шөғөлләнә.