Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролдәр менән Яр Саллыға барасаҡ

Йәмғиәт

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролдәре Яр Саллыла 14-17 февралдә үтәсәк. Гастролдәрҙе ҙур театрлаштырылған тамаша асасаҡ, унда театрҙың алдынғы артистары – Фидан Ғафаров, Хөрмәтулла Үтәшев, Суфия Ҡорбанғәлиева, Миңзәлә Хәйруллина, Алмас Әмиров, Әхәт Хөсәйенов, Светлана Хәкимова, Алһыу Бәхтиева, Сәғиҙулла Байегет ҡатнашасаҡ.

Гастролдәрҙең икенсе көнөндә, 15 февралдә, Башҡорт академия театры балалар өсөн Алексей Толстойҙың «Буратино-remake» әҫәрен уйнаясаҡ, ә кискеһен тамашасылар Тәнзилә Дәүләтбирҙина пьесаһы буйынса Айрат Әбүшахманов ҡуйған «Минең ғаиләм» спектаклен ҡараясаҡ.

16 февралдә театр коллективы тамашасыларға «Буратино-remake» һәм «Мулла» спектаклдәрен тәҡдим итәсәк. Һуңғыһы тамашасылар араһында һәр саҡ һур ҡыҙыҡһыныу уята.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть