11 декабрь, Йәкшәмбе

31 ғинуар 2012 йыл, 17:40

Февралдә төбәк вуздарында Асыҡ ишектәр көндәре үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Февралдә йола буйынса Башҡортостан вуздары Асыҡ ишектәр көндәрен үткәрәсәк. Был сара сиктәрендә абитуриенттар үҙҙәре уҡырға инергә теләгән уҡыу йорттарына барып, факультеттар, 2012 йылда ҡабул итеү шарттары тураһында күберәк белә ала, шулай уҡ уҡытыусылар, декандар менән осрашып, уларға һорауҙарын бирә ала.

Тәүгеләрҙән булып Асыҡ ишектәр көндәрен Өфө дәүләт нефть техник университеты үткәрәсәк. Бында сара 4 февралдә 12 сәғәттә 8-се корпуста; 5 февралдә шулай уҡ 12 сәғәттә 5-се корпуста үтәсәк.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында абитуриенттар өсөн яңылыҡ тәҡдим итмәкселәр. 1 февралдән бында Рәсәй Федерацияһы вуздарына ҡабул итеү һәм 2012 йылда Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу шарттары буйынса бушлай онлайн-консультациялар старт ала. Беренсе виртуаль аралашыу 1 февралдә 16-17 сәғәттәрҙә www.bspu.ru сайтында үтәсәк. Һорауҙарға ҡабул итеү комиссияһының яуаплы секретары Фиданис Тимерханов һәм студенттар профкомы рәйесе Марат Хәфизов яуап бирәсәк. Белешмә өсөн телефон: (347) 272-11-16.

Өфө дәүләт авиация университеты үҙенең абитуриенттары өсөн математика, рус теле, физика, информатика һәм башҡа предметтар буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн репетиция тестары ойошторасаҡ. Улар һәр шәмбе һайын үткәреләсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт уҡыу йортоноң сайтында «Абитуриентттарға» бүлегендә урынлаштырылған.

Өлкән синыф уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн үҙ ишектәрен Башҡорт дәүләт университеты – 11 февралдә 12 сәғәттә, Башҡорт дәүләт аграр университеты 18 февралдә шулай уҡ 12 сәғәттә асасаҡ. Белешмә өсөн телефондар: (347) 228-02-54, 228-68-11, 228-08-98.

темалар: мәғариф,вуздар