Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө районында республикалағы милли үҙәк етәкселәренең кәңәшмәһе үтте

Сәйәсәт

Өфө районының Ҡыҙыл Яр ауылында БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң милли-мәҙәни йәмәғәт берекмәләре, тарих-мәҙәниәт үҙәктәре етәкселәренең күсмә кәңәшмәһе үтте. Унда БР Президенты Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитов, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Люцина Ризуанова һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Әхәт Мостафин ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр БР Халыҡтар дуҫлығы йортонан.

2011 йылға тарих-мәҙәниәт үҙәктәре эшмәкәрлегенең йомғаҡтары тураһындағы доклады менән БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Вельмир Аҙнаев, шулай уҡ тарих-мәҙәниәт үҙәктәре мөдирҙәре Мария Пономарева («Ҡыҙыл Яр»), Нур Ҡолмырҙин («Темәс»), Гүзәл Латипова һәм башҡалар сығыш яһаны.

Быйылғы йылға пландарҙы тикшереү барышында тарих-мәҙәниәт үҙәктәре ҡарамағында йәмәғәт хәрәкәте активистарын йәлеп итеп советтар төҙөү кәрәклегенә баҫым яһалды. Үҙәктәр эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү маҡсатында саралар тураһында ваҡытында мәғлүмәт биреү кәрәклеге билдәләнде.

Ултырышта ҡатнашыусылар халыҡтар телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса Башҡортостандың мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары менән берлектәге эшмәкәрлеген дауам итергә ҡарар итте. Милли берекмәләр етәкселәре йыл һайын кәмендә бер республика күләмендәге сара үткәрергә тейеш.

Кәңәшмә милли-мәҙәни берекмәләр етәкселәрен һәм тарих-мәҙәниәт үҙәктәре вәкилдәрен бүләкләү тантанаһы менән тамамланды.

Осрашыу сиктәрендә уның ҡатнашыусылары Өфө районының Балалар ижады йорто менән ойошторолған күргәҙмә экспонаттарын ҡараны, Ҡыҙыл Яр ауылының моделле китапханаһының презентацияһында булды һәм Өфө районының ижади коллективтары менән әҙерләнгән рус халҡының туй йолаһын ҡараны. Был сараларҙан һуң ҡунаҡтарҙы сиркәүгә һәм 25-се Чапаев дивизияһы музейына экскурсияға саҡырҙылар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть