3 декабрь, Шәмбе

31 ғинуар 2012 йыл, 16:49

Республиканың Ҡырағай хайуандарҙы яҡлау фонды «Урман батыры» конкурсын иғлан итә

автор: Любовь Колоколова

Республиканың Ҡырағай хайуандарҙы яҡлау фонды сираттағы «Урман батыры» конкурсын иғлан итә. Сара ҡырағай хайуандарҙы үлтереүҙән һаҡлаусы, браконьерҙарға ҡаршы көрәшеүсе кешеләрҙең эшмәкәрлеген дәртләндереүгә йүнәлтелгән.

Конкурс киләһе номинациялар буйынса үткәрелә: «Хеҙмәт ҡушыуы буйынса ҡырағай хайуандарҙы яҡлаусы урмансы, егерь», «Үҙ инициативаһы менән ҡырағай хайуандарҙы яҡлаусы гражданин (граждандар төркөмө)», «Журнал, радио, телевидение редакциялары ҡырағай хайуандарҙы яҡлау, уларға ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә бәйле мәҡәләләр, тапшырыуҙар шәлкеме өсөн», «Гәзит, журнал, радио, телевидение журналисы ҡырағай хайуандарҙы яҡлау буйынса эштәрҙе сағылдырғаны өсөн», «Яҙыусыға «Ҡырағай хайуандар» тематикаһы буйынса иң яҡшы әҙәби әҫәр өсөн».

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ағымдағы йылдың 15 мартына тиклем үтенес ебәрергә кәрәк. Үтенестәр барлыҡ ойошма, предприятие, уҡыу йорттарынан һәм айырым кешеләрҙән Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 15, 166-сы абонент йәшниге адресы буйынса ҡабул ителә. «Урман батыры-2011» билдәһен ҡуйыу мотлаҡ.

— Браконьерлыҡ йәнлектәр донъяһына ҙур зыян килтерә, — тине билдәле Өфө яҙыусыһы, күп һанлы әҙәби премиялар лауреаты, республиканың Ҡырағай хайуандарҙы яҡлау фонды рәйесе Камил Йыһаншин. – Бәхеткә күрә, тәбиғәтте һаҡларға теләүсе кешеләр әле бар. Был эш оло ҡаһарманлыҡ, батырсылыҡ талап итә. Урман батырҙарының был эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында әлеге конкурс булдырылды ла инде.